

Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 29 миллиард һум тотоноу ҡаралған, уларҙың 40 проценты урындағы бюджеттарға тура килә.
Стәрлетамаҡ 11 милли проектты үтәүҙә ҡатнаша. Был турала республика Хөкүмәтенең ошо ҡалала уҙғарылған күсмә ултырышында билдәле булды.
Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән был сарала Стәрлетамаҡ биләмәһендә тормошҡа ашырылған милли проекттар тураһында тулы доклад менән вице-премьер Илшат Тажетдинов сығыш яһаны.
Ҡалала “Демография” милли проекты (Национальный проект “Демография”) буйынса 440 урынлыҡ өс балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған, 7100-ҙән ашыу ғаилә бала тыуыуға бәйле пособие алған. Спорт мәктәптәре өсөн ике автобус һатып алғандар.
Һаулыҡ һаҡлауҙа 150 берәмек ҡорамал алынған, шул иҫәптән – компьютер томографы. Медицина персоналы өсөн 285 автоматлаштырылған эш урыны булдырылған. 1-се ҡала дауаханаһы базаһында онкологик амбулатор ярҙам үҙәге асылған, ул тейешенсә йыһазландырылған.
Мәғариф өлкәһендә “Кванториум” балалар технопаркы, “IT-Куб” һанлы белем биреү үҙәге асылған. Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы базаһында “Сәнғәт, дизайн һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе” йүнәлешендә дүрт оҫтахана ойошторғандар. Инфраструктура милли проекттары буйынса алты йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән.
Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, ағымдағы йыл аҙағына 1-се балалар музыка мәктәбе кеүек төп объекттарҙа төҙөлөш эштәрен тамамлау, эсер һыуҙы мембрана аша таҙартыу ысулын индереү талап ителә.
Стәрлетамаҡтағы һаулыҡ һаҡлау тармағының үҫеше тураһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне. Ҡалала был өлкәлә халыҡты махсуслашҡан ун учреждение хеҙмәтләндерә. Былтыр бокслы 74 палатанан торған Инфекция үҙәге төҙөлгән. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын (Национальный проект “Здравоохранение”) тормошҡа ашырыуға ярашлы, Стәрлетамаҡта нейрохирургик операциялар, реабилитация, онкологик профиль өсөн заманса ҡорамалдар һатып алынған. Бынан тыш, ҡала һәм райондың медицина учреждениелары 2019-2020 йылдарҙа дөйөм суммаһы 105,65 миллион һумлыҡ мәғлүмәт-коммуникация һәм программа тәьминәте ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: bashinform.ru.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан