Милли проекттар
24 Ноябрь 2021, 12:50

Төпкөл ауылдарҙа ҡыуаналар

Әбйәлил районында йыл аҙағына тиклем ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Улар Яңы Балапан һәм Шәрип ауылдарында урынлашасаҡ.    

Төпкөл ауылдарҙа ҡыуаналарТөпкөл ауылдарҙа ҡыуаналар
Төпкөл ауылдарҙа ҡыуаналар

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы, Әбйәлил районының Яңы Балапан һәм Шәрип ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә.

Әле Яңы Балапан ауылында модулле ФАП ҡорола башлаған. Ауылдағы элекке фельдшер пункты 1979 йылда төҙөлгән була һәм күптән санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәй.

Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, яңы ФАП ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡорамалдар һәм дарыуҙар  менән тәьмин ителәсәк. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының 300-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндереүе күҙаллана, шуның 100-ҙән ашыуы – балалар.

Был төҙөлөштәрҙең барыһы ла Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Мәғлүм булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты үҙ эсенә һигеҙ федераль проектты ала.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас