Милли проекттар
24 Ноября 2021, 15:45

Уңайлы ла, заманса ла

Республика биләмәһендә йәнә алты меңдән ашыу контейнер майҙансығы булдырып, уларҙы 13520 контейнер менән йыһазландырырға кәрәк.

Уңайлы ла, заманса лаУңайлы ла, заманса ла
Уңайлы ла, заманса ла

“Экология Т” ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы Дәүләкән, Әлшәй, Шаран, Бәләбәй, Бүздәк райондары хакимиәттәре менән берлектә ауыл биләмәләрендә контейнер паркын яңыртыу буйынса эш алып бара.

Дәүләкән ҡалаһында һәм Раевка ауылында 344 евроконтейнер ҡуйылған. Иҫкеләрен яңыға алмаштырыу өсөн план буйынса тағы 190-ды ҡуйыу планлаштырыла.

Бәләбәй ҡалаһы һәм Приют ҡасабаһындағы күп фатирлы йорттарҙа төбәк операторы 300-ҙән ашыу евроконтейнер урынлаштырған. Бәләбәй районының ауыл биләмәләре хакимиәттәре яңы өлгөлә 337 контейнер һатып алған.

"Заманса пластик контейнерҙар уңайлы булыуы менән айырыла һәм файҙаланыуҙа еңел, сөнки улар күсереү өсөн тәгәрмәстәр менән комплектланған һәм педалле ҡапҡастары бар. Шулай уҡ үҙенең дизайны арҡаһында евроконтейнерҙарҙы бөтә ерҙә лә файҙаланырға була, улар торлаҡ комплекстарының да, мәҙәни үҙәктәрҙең дә зауығын боҙмай, – тине “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илнур Шакиров. – Үҙебеҙҙең эшмәкәрлегебеҙ биләмәһендә өс меңдән ашыу евроконтейнер ҡуйҙыҡ".

Контейнер паркын яңыртыу халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт сифатын күтәреү һәм “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проекты һөҙөмтәлелеге күрһәткестәренә өлгәшеү мөмкинлеге бирәсәк.

Республика биләмәһендә әле 22 266 контейнер майҙансығы булдырылған, 55 067 контейнер ҡуйылған. Бөгөнгә ҡарата алты меңдән ашыу контейнер майҙансығы булдырырға һәм уларҙы 13520 контейнер менән йыһазландырырға кәрәк.

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: lubistock.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас