

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") буйынса Яңауыл районының Андреевка ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.
Унан тыш, райондың тағы биш ауылында ошондай уҡ учреждениелар барлыҡҡа киләсәк. Һүҙ Ахтиял, Айбүләк, Эткенә, Ҡаймашабаш, Татар Ураҙы тораҡ пункттары тураһында бара.
Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадъяров әйтеүенсә, бөгөн Андреевкалағы ФАП-та янғын иҫкәртеү системаһы монтажланған, эске һәм тышҡы электр селтәрҙәре үткәрелгән, һыу, канализация селтәрҙәре буйынса ла эштәр тамамланып бара.
Аҙ мобилле граждандар өсөн бинаға ингән урын пандус менән йыһазландырылған, ишек тә киң, ә санитар бүлмәлә махсус тотҡалар ҡуйылған.
Быға тиклем Андреевка ауылы халҡы 1987 йылда төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пунктына йөрөгән. Унда тейешле шарттар булмаған.
Хәҙер иһә ауылда йәшәгән 221 кеше заманса йыһазландырылған, яҡты, йылы ФАП-ҡа йөрөйәсәк. Медицина ярҙамын 2016 йылдан эшләгән фельдшер Зифина Ғизетдинова күрһәтәсәк.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: api.rbsmi.ru