

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” ("Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров власть менән бизнес араһында даими эшлекле диалог булдырыуҙы бурыс итеп ҡуйҙы. Ошо маҡсатта район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ыңғай һөҙөмтә бирә.
Күптән түгел Баҡалы районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә “Баҡалы районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” муниципаль программаһы сиктәрендә финанс ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе буйынса ике проект ҡаралды. Марков крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм “Бозор” ауыл хужалығы предприятиеһы уңышлы үҫешә. Ике хужалыҡ та заман ауырлыҡтарына бирешмәй, ауыл хужалығының төрлө өлкәһендә эшмәкәрлек алып бара.
Ағымдағы йылда Геннадий Марков ғаилә фермаларын үҫтереү өсөн 30 миллион һумлыҡ грантҡа эйә була. Был аҡсаға ул һөт-тауар фермаһы төҙөргә ниәт итә. “Бозор” хужалығы техника паркын яңыртыу маҡсатында лизингҡа иген сәскес ала. Шулай уҡ үҙ аҡсаһына иген урғыс һатып ала.
Фермерҙарҙың киләсәккә лә пландары бар. Геннадий Павлович менән Иван Федорович муниципаль программала ҡанашып, ҡорамалдар алыуға киткән сығымдарҙың нинәйҙер өлөшөн ҡаплауҙа ярҙам һораны. Муниципаль район башлығы Александр Андреев һәм уның урынбаҫарҙары ике проект буйынса ла ыңғай ҡарашта булыуҙарын белдерҙе.
Фото: Баҡалы хакимиәте сайтынан.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан