Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь , 15:00

Эш эҙләүселәр, һеҙҙең өсөн!

Унда маркшейдер, проходкалаусы, иретеп йәбештереүсе, слесарь һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителде...

Эш эҙләүселәр, һеҙҙең өсөн!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә Межгорье ҡалаһында вакансияларҙың мини-йәрминкәһе уҙғарылды. Сараның төп маҡсаты: граждандарға – эш урыны, ә эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәр эҙләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү.

Йәрминкәлә маркшейдер, проходкалаусы, иретеп йәбештереүсе, слесарь-ремонтсы, слесарь-сантехник, “С, Д, Е” категориялары водитель, автомобиль краны машинисы, тау эшсеһе кеүек вакансиялар тәҡдим ителде.

Йәрминкәгә эш урыны эҙләгән ун кеше килде. Уларға шулай уҡ вахта ысулы вакансиялары ла тәҡдим ителде, икенсе төбәктәрҙәге эш урындары тураһында мәғлүмәттәр еткерелде.

 “Үҙәк белгестәре һөнәри уҡыуҙар буйынса консультация уҙғарҙылар, белемде камиллаштырыу буйынса уҡыуҙарҙың ҡасан  һәм ҡайҙа ойошторолоуы тураһында аныҡ мәғлүмәт еткерҙеләр, дәүләт хеҙмәттәре тураһында һөйләнеләр”, - тип тәьҫораттары менән бүлеште сарала ҡатнашыусылар.

Фото: ҡала хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Римма Султанова