Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь , 16:15

Паркты төҙөкләндереү ахырына яҡынлаша

Яңауылдағы үҙәк парк – ҡалалағы иң күркәм урындарҙың береһе.

Паркты төҙөкләндереү ахырына яҡынлаша

Ҡала мөхитендә уңайлыҡтарҙы арттырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите (“Жилье и городская среда”) милли проектының төп маҡсаттарының береһен тәшкил итә.

Яңауыл районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Яңауылдағы мәҙәниәт һәм ял паркында быйыл яҙҙан башлап биләмәне төҙөкләндереү эше бара. Парктың майҙаны өс функциональ зонаға бүленгән. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейынан алыҫ түгел белем биреү майҙансығы барлыҡҡа килгән. Ул ҙур булмаған сәхнәне һәм өс кимәлле амфитеатрҙы үҙ эсенә ала.

Крәҫтиәндәр урамы буйлап күп йүнәлешле спорт зонаһы булдырылған. Воркаут яратҡандар өсөн йомшаҡ резина япмаға тренажерҙар, унан алыҫ түгел башы ябылған террасала шахмат һәм шашка уйындары өсөн өҫтәл, ултырғыстар ҡуйылған. Спорт зонаһының ҙур өлөшөн скейт-парк биләй.

Әйткәндәй, яңауылдарҙың яратҡан “Тирмән” арт-объектында ла байтаҡ үҙгәреш бар. Майҙансыҡта ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылған, йәйәүлеләр өсөн юл тәртипкә килтерелгән. Тиҙҙән бында сағыу гирляндалы яҡтыртҡыстар ҡуйыу планлаштырыла.

“Үҙәк парк – ҡалалағы иң күркәм урындарҙың береһе. Бында рәхәтләнеп ял итергә, күңелеңә ятҡан шөғөл табырға мөмкин. Паркта йыл һайын күмәк мәҙәни саралар уҙғарыла”, – тине Яңауыл районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Ғилмиев.

Мәғлүм булыуынса, үҙәк паркты төҙөкләндереү проекты Башҡортостан ҡала һәм ауылдарын үҫтереү институты ярҙамында төҙөлгән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/412155/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/183377

 

Автор:Лилия Давлетбакова