Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь , 17:25

Туҡ та булһын, сәләмәт тә булһын!

Башҡортостандың мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса тәжрибәһе менән башҡа төбәктәр ҡыҙыҡһына.

Туҡ та булһын, сәләмәт тә булһын!

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев республиканың “Дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороуҙы камиллаштырыу” практикаһы менән таныштырҙы. Ул тотороҡло үҫеш практикалары менән уртаҡлашыуға йүнәлтелгән “Смартека” асыҡ платформаһында урынлаштырылған.

- Төбәк кимәлендә беҙ сифатты һәм туҡланыусыларҙың һанын арттырыуҙы, санитар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүҙе, производство идаралығындағы ҡулайлаштырыу иҫәбенә туҡланыуҙың үҙҡиммәтен кәметеүҙе, үҙебеҙҙең республикала етештерелгән тауарҙар ассортиментын киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, - тип билдәләне Алексей Гусев.

Ведомство етәксеһе был тәңгәлдә алып барылған эш тәжрибәһе менән Рәсәй субъекттарының власть органы вәкилдәре менән уртаҡлашты. Беҙҙә мәктәп туҡланыуын камиллаштырыу буйынса алып барылған эшмәкәрлек илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Сарала Смоленск, Пенза, Орел, Вологда, Новосибирск, Свердловск өлкәләре, Коми, Сыуаш, Бүрәт, Алтай республикалары, Ямал-Ненец автономиялы округы, Красноярск, Ставрополь крайҙары, Севастополь ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашҡан.

Һөйләшеү барышында ҡайһы бер федераль норматив акттарға үҙгәрештәр индереү зарурлығы хаҡында ла әйтелгән. Улар туҡланыуҙы ойоштороу барышындағы ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Был тәҡдимдәр Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан да хуплау тапҡан.

Туҡланыуҙы тейешле кимәлдә ойоштороу үҫеп килгән йәш быуындың физик һәм рухи сәләмәтлек торошона туранан-тура йоғонто яһай. Был үҙ сиратында ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Фото: ap26.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова