Башҡортостан эшҡыуарҙарҙы финанслау буйынса Волга буйы федераль округының иң яҡшы дүрт төбәге исемлегенә инде. Был ғәмәл “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Финанс ярҙамы поручителдәре - милли гарантиялау системаһына ингән төбәк гарантиялары ойошмалары. Башҡортостан бирелгән ошондай ярҙам һәм булышлыҡ күрһәтелгән эшҡыуарҙар һаны буйынса иң яҡшы төбәк булараҡ билдәләнгән (былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 143,5 процент).
“Башҡортостандың Төбәк гарантия фонды поручителлекте өсөнсө йыл рәттән алып бара. 2018 йылда был ярҙамдан республиканың 26 эшҡыуары файҙаланһа, 2019 йылда ундайҙар – 31, былтыр 117 булды. Быйылғы туғыҙ айҙа иһә поручителдәр булышлығында дөйөм суммаһы бер миллиард һумлыҡ 151 ярҙам күрһәтелгән”, – ти Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Һуңғы өс йылда һәм быйылғы туғыҙ айҙа Башҡортостан Төбәк гарантия фондынан поручителлек ярҙамының дөйөм суммаһы 1,48 миллиард һум тәшкил итте. Уларҙың яҡлауы аҫтында эшҡыуарҙар алты миллиард һумлыҡ кредит алған.
Волга буйы федераль округында быйылғы туғыҙ айҙа 8,7 миллиард һумлыҡ 1560 поручителлек ярҙамы бирелгән. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының генераль директоры Александр Исаевич билдәләүенсә, йүнселдәр төбәк гарантия ойошмаларына тейешле залог тәьминәте булмаған осраҡтарҙа мөрәжәғәт итә. Бәләкәй бизнес вәкилдәре шулай уҡ кредит алыу өсөн гарантия ярҙамынан һәм поручителдәрҙең ярҙам механизмынан файҙалана ала. “Был осраҡта банк-партнерҙарҙың береһенә мөрәжәғәт итеү ҙә етә”, – тине ул.
Быйыл “Бәләкәй бизнес өсөн ҙур уйын” белем биреү проектында үҙмәшғүлдәр ҡатнаша. Программаға Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән шәхси кәсебе менән шөғөлләнгән граждандар саҡырылған. Был сара ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
“Беҙ үҙмәшғүлдәргә ярҙам итеү мөмкинлеген даими киңәйтә барабыҙ. Улар өсөн белем биреү программалары, йәрминкәләр, конкурстар уҙғарабыҙ - бында һәр кем үҙ тауарын күрһәтә ала. “Бәләкәй бизнес өсөн ҙур уйын” программаһы шәхси эште үҫтереү, проекттарҙың йоғонтололоғон күтәреү мөмкинлеген бирә”, – ти Нияз Фазылов.
Сара ике өлөштә үткәреләсәк. Һайлап алыу этаптары республиканың ун ҡалаһы һәм ауылында – Өфөлә, Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Нефтекамала, Благовещенда, Бишбүләктә, Архангелдә, Кушнаренкола, Иглинда – уҙғарыла. Беренсеһендә эксперттар воркшоп, оҫталыҡ дәрестәре, бизнес-тренинг ойоштора. Проекттарҙың үтәлешенә ҡарап, икенсе турҙа ҡатнашыусылар билдәләнәсәк.
Артабанғы этапта утыҙ үҙмәшғүл шәхси проекттарын ентекләп эшләүгә күсәсәк. Хеҙмәттәрҙе яҡлауҙың финал этабынан һуң жюри еңеүселәрҙе билдәләй, ҡиммәтле бүләктәр тапшыра.
Уйын бизнесты алып барыуҙың ғәмәли күнекмәләрен билдәләүгә булышлыҡ итә, үҙмәшғүллектең төбәк проблемаларын системаға һала, уларҙы хәл итеүҙең яңы драйверҙарын таба.
“Бәләкәй бизнес өсөн ҙур уйын” программаһы беренсе тапҡыр 2019 йылда тормошҡа ашырылды. Проект үҙенең йоғонтололоғон, эшҡыуарҙар араһында ихтыяж менән файҙаланыуын күрһәтте. 2020 йылда программаның һайлап алыу этаптарында республиканың 200 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ҡатнашты, шуларҙың 56-һы финалға сыҡты. Сараны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, “Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” коммерцияға ҡарамаған ойошма, “Минең бизнес” үҙәге ойоштора.
Башҡортостандың биш ҡалаһында “Һөнәрселек бизнес-мәктәбе” белем биреү программаһы уҙғарыласаҡ. Сарала ҡатнашыуға кәсепселек һәм халыҡ сәнғәте шөғөлдәре менән мәшғүл эшҡыуарҙар саҡырыла.
Бизнес-мәктәп һөнәр даирәһен киңәйтеү, ижадтан табышлы эш барлыҡҡа килтереү кеүек мәсьәләләрҙе аңларға, шулай уҡ йүнселдәрҙең финанс һәм хоҡуҡи белемен арттырырға ярҙам итәсәк. Программала ҡатнашыу бушлай. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы үтәлә.
Дүртөйлөләге “Һеҙҙең табип” медицина үҙәгендә стоматология кабинетын яңырттылар. Уның проектын “Ғәлиә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ринат Нәжмиев “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы күрһәтте. Предприятие заманса медицина ҡорамалдары һатып алған һәм эшҡыуарҙарға ярҙам буйынса муниципаль программаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән финанс ярҙамы алыу буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн документтар пакеты әҙерләй.
“Беҙ “Һеҙҙең табип” үҙәге өсөн заманса стоматология аппараты алдыҡ. Ул табиптың манипуляцияһын күрергә һәм кәңәштәр бирергә мөмкинлек тыуҙырған мониторға эйә. Шулай уҡ бауыр сирен өй шарттарында дауалау буйынса яңы тыуған сабыйҙар өсөн комбинезон алырға ниәтләйбеҙ. Был мәсьәлә буйынса бала табыу йорто етәкселеге менән кәңәшләштек: пациенттар бындай ярҙамға мохтаж”, – ти “Һеҙҙең табип” үҙәге директоры Ринат Нәжмиев.