

Рәсәй Федерацияһында “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – уҡыусы балаларҙың киләсәген хәстәрләү, граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә фән йүнәлешенә, айырыуса Фән һәм технологиялар йылында етди иғтибар бүлә, “Фән” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылында Октябрьский ҡалаһында ҡаланың М. Хәйретдинов исемендәге үҙәкләштерелгән китапханаһында документаль фильмдар күрһәтелә башланы. Ул “Көнүҙәк фән киноһы фестивале көндәре” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә документаль кинофильмдарҙы тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
Көнүҙәк фән киноһы фестивале – илебеҙҙә документаль фильмдар күрһәтеү тәңгәлендә иң күләмлеләрҙең береһе. Ул үҙенең янына олуғ ғалимдарҙы, тикшеренеүселәрҙе, рәссамдарҙы һәм башҡа һөнәр эйәләрен берләштерә.
Ошо көндәрҙә режиссер Жан-Стефан Брондың “Мозг” кинофильмын олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп ҡараны. Бынан тыш бүтән фильмдар ҙа күрһәтелде. Швейцария режиссеры тап документаль фильмдар төшөрөп, танылыу яуланы.
– Ошо киноны ҡарағанда берсә тулҡынландым, берсә ғорурландым, ул айырыуса йәштәр өсөн фәһемле, – тип үҙ фекере менән бүлеште Евгения Васильевна.
Фото: https://srk.nationalpriority.ru
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/183300
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан