

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы республикала төҙөлгән иң яҡшы торлаҡ комплекстары, айырым торлаҡ йорттар һәм социаль инфраструктура объекттары араһында йыл һайын үткәрелгән конкурста ҡатнашырға саҡыра.
Конкурста заказсылар, төҙөлөш һәм проект ойошмалары, муниципаль берекмәләр ҡатнаша ала.
Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса асыҡланасаҡ: торлаҡ комплекстар, алты һәм унан күберәк ҡатлы айырым торлаҡ йорттар; аҙ ҡатлы йорттар – алты ҡатлыға тиклем торлаҡ йорттар, мәктәптәр, балаларҙың мәктәпкә тиклемге ойошмалары, дауаханалар, поликлиникалар, клубтар, музейҙар, мәҙәниәт йорттары, театрҙар, эре спорт ҡоролмалары, административ биналар, биналарҙы реконструкциялау һәм реставрациялау. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына электрон формала gosstroygrad@mail.ru адресы буйынса “Конкурста ҡатнашыу өсөн” яҙыуын ҡуйып ебәрергә һәм ҡағыҙ вариантта эш көндәрендә сәғәт 9-ҙан 13 сәғәткәт тиклем һәм 14-тән 17 сәғәткә тиклем Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, 408-се бүлмә адресы буйынса килтерергә мөмкин.
Иғтибар: ғаризалар 2021 йылдың 16 декабренә тиклем ҡабул ителә.
Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан