Милли проекттар
26 Ноябрь 2021, 07:30

Әүәлге данды кире ҡайтармаҡсылар

Бында сырҙың 15-тән ашыу төрөн сығаралар.

Әүәлге данды кире ҡайтармаҡсыларӘүәлге данды кире ҡайтармаҡсылар
Әүәлге данды кире ҡайтармаҡсылар

Бер йыл элек Дәүләкән районында “Рублевка Эко” кооперативы эшләй башлағайны. Уның ағзалары элекке мәктәп бинаһын һатып алып, 250 квадрат метр майҙанда ремонт яһай, итальян һәм немец ҡорамалдарын һатып ала. Быйыл апрелдә иһә цех “Баба Яга” бренды аҫтында тәүге продукцияһын тәҡдим итә. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында әле сырҙың 15-тән ашыу төрөн (шул иҫәптән кәзә һәм һыйыр һөтөнән) сығаралар.

– Дәүләкән сыры яҡшы сифаты менән райондан һәм республиканан ситтә лә танылыу яулаған. Продукт өлгөрөп етеү менән республиканың сауҙа селтәрҙәренә тарала. Хәҙер энтузиаст эшҡыуарҙар ошо ризыҡтың әүәлге данын кире ҡайтармаҡсы, – ти Дәүләкән районынан хәбәрсе Светлана Кәлимуллина.  

– Предприятиеның үҙенең һөтө бар, уны кооператив ағзалары килтерә. Ул беҙҙә бер майҙансыҡта йыйыла. Ферма алыҫ түгел, ошо уҡ ауылда, – тине “Рублевка Эко”ның идарасыһы Павел Петров.

Әйткәндәй, ауыл хужалығы кооперативы етештереүҙе артабан да арттырырға ниәтләй. Ошо маҡсатта быйыл ул матди-техник базаны үҫтереүгә гранттар конкурсында ҡатнашып, 1,5 миллион һум алған.

2020 һәм 2021 йылдарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхми эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (“Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектына ярашлы, кооператив 1,7 миллион һум күләмендә субсидия алған.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/412335/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/183757

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас