Милли проекттар
26 Ноябрь 2021, 10:30

Салауатта “Минең бизнесым” үҙәгенең асылыуын көтәләр

Әле бында ремонт тамамланып килә.

Салауатта “Минең бизнесым” үҙәгенең асылыуын көтәләрСалауатта “Минең бизнесым” үҙәгенең асылыуын көтәләр
Салауатта “Минең бизнесым” үҙәгенең асылыуын көтәләр

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов “Башҡортостандың көньяғы” бизнес-үҙәгендә булды. Әле бында ремонт тамамланып килә.

Башҡортостан Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының структур подразделениеһы булараҡ, “Минең бизнесым” үҙәге Рәсәй Президентьы Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” ("Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты нигеҙендә эш итә.

Подрядсылар буяу эше, керамик плитә түшәү менән мәшғүл. Электр сымы алмаштырылған, яңы тәҙрәләр ҡуйылған. Эш графикка ярашлы, хатта алдараҡ бара.

“Минең бизнесым” эшҡыуарҙар өсөн тәғәйенләнгән күп йүнәлешле үҙәкте тәшкил итә. Бында “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса хеҙмәт күрһәтеләсәк. Йүнселдәр иҫәп асыуҙан алып бизнесты планлаштырыуға, маркетинг анализы яһауға тиклем төрлө мәсьәләләрь буйынса консультация аласаҡ. Бында шулай уҡ финанс ярҙамы, гранттар алыу, белемде камиллаштырыу йәһәтенән булышлыҡ күрһәтелсәк. Үҙәктең төп бурысы – Башҡортостанда үҙ эшен асырға теләгән кешеләргә ярҙам итеү.

Мәғлүм булыуынса, “Минең бизнесым” үҙәктәре Өфөлә, Нефтекамала, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа һәм Стәрлетамаҡта эшләй.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/184075

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/184075

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас