

Башҡортостанда Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале тамамланды. Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы ойошторола.
Гран-приҙы Башҡорт дәүләт университеты студенттарының “Осҡон” халыҡ театр студияһы яуланы. Режиссерҙары – Әлфинә Минғәзева менән Гилүс Минғәзев. Балалар театрҙары араһында I дәрәжә дипломға Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының “Ялҡын” башҡорт өлгөлө театры лайыҡ булды (режиссеры – Илнур Лоҡманов). Йәштәр театрҙары араһында еңеүсе – Межгорье ҡалаһының “Ҡарлуғас” башҡорт халыҡ театры (режиссеры – Миләүшә Фазылова). “Тамашасылар һөйөүе призы”н, 400 тауыш йыйып, Өфө балалар филармонияһының “Бим-бом” рус өлгөлө театры яуланы.
Балалар һәм йәштәр театрҙары коллективтарының оҫталығын республиканың билдәле театр белгестәре – Әхтәм Абушахманов, Таңсулпан Бабичева, Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев, Мөсәлим Күлбаев, Зиннур Сөләймәнов, Рима Харисова, Сара Буранбаева, Тәнзилә Ҡалмырҙина баһаланы. Сара барышында Актерҙар йортонда театр коллективтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.
Белеүебеҙсә, был проект октябрь аҙағында старт алғайны. Конкурс эштәрен ҡарау Өфө, Стәрлетамаҡ, Межгорье, Баҡалы, Благовещен, Бәләбәй, Ейәнсура, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Учалы райондарында ойошторолдо. Балалар һәм йәштәр театрҙарының тәүге фестивале 2019 йылда үткәйне.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан