Милли проекттар
27 Ноябрь 2021, 11:00

Башҡортостан тәбиғәтен белгәндәргә - ҡиммәтле бүләктәр

Онлайн-викторинала ҡатнашырға саҡырабыҙ. Шарттары - яҙмала.

Башҡортостан тәбиғәтен белгәндәргә - ҡиммәтле бүләктәрБашҡортостан тәбиғәтен белгәндәргә - ҡиммәтле бүләктәр
Башҡортостан тәбиғәтен белгәндәргә - ҡиммәтле бүләктәр

Башҡортостан Республикаһының Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы “Ирәмәл” тәбиғи паркы етәкселеге менән берлектә “Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйлап” тип аталған онлайн-викторина үткәрә. Теләге булған һәр кем республикабыҙҙың тәбиғәтен белеү буйынса белемен һынап ҡарай ала.

Иң юғары балл йыйған ҡатнашыусыларҙы “Ирәмәл” тәбиғи паркының ойоштороусы-партнерҙарынан ҡиммәтле бүләктәр көтә. һынау тотоу өсөн төп шарттарҙың береһе – уларҙың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәренә ҡушылыу. Дүрт кеше “Урал йөрәге”, “Йәм” кеүек ҡунаҡ йорттарында йәшәү һәм Илнур Мөхәмәтов ойоштороуында ҡаргиҙәрҙә Оло Ирәмәлгә менеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бүләк менән, йорттарҙа буш урындар булған осраҡта, 2022 йылдың 1 майына тиклем ҡулланырға мөмкин. Бынан тыш, 5-20-се урындарҙы яулағандарға республика әһәмиәтендәге “Ирәмәл”, “Мораҙым тарлауығы”, “Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Еҙем” тәбиғи парктарына бушлай барыу мөмкинлеге биргән 15 сертификат әҙерләнгән.

Ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының рәсми сайтына инеп, һылтанма аша үтергә һәм 15 декабргә тиклем анкета ҡалдырырға кәрәк. Һөҙөмтәләр ошонда уҡ ағымдағы йылдың 20 декабренә тиклем ҡуйыласаҡ.

Һис шикһеҙ, бының ише саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы сайты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас