

Өфө ҡалаһы стоматологтары Башҡортостан райондарына сығып, урындарҙа дауалау-профилактика эштәре башҡара. Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары “Толпар” күсмә стоматология комплексында Дәүләкән районына барып, Ивановка, Ленинский һәм Александровка ауылдарында балаларҙы ҡабул итте.
Шулай уҡ Өфө табиптары дауалау-профилактика эштәрен дә башҡарған. Улар ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторған. Балалар теш табиптарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлаған, ә өлкәндәр күрһәтелгән стоматология ярҙамы өсөн ихлас рәхмәттәрен еткергән. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
"Юғары квалификациялы стоматология ярҙамын район үҙәгенә бармайынса, йәғни үҙебеҙҙә алыу – бик уңайлы мөмкинлек. Күсмә стоматология комплексы беҙҙең районға тағы ла килер тигән ышаныста ҡалабыҙ", - тигән ата-әсәләр.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: сара барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп ойошторолған.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан