Милли проекттар
27 Ноябрь 2021, 05:30

Йәш “тимирязевтар” үҫә

Ауыл хужалығы һөнәрҙәренә ылыҡтырыу маҡсатындағы проектта Башҡортостан уҡыусыларынан кемдәр еңеү яулаған? 

Йәш “тимирязевтар” үҫәЙәш “тимирязевтар” үҫә
Йәш “тимирязевтар” үҫә

“Кесе Тимирязевка” сорттарҙы һынау буйынса Бөтә Рәсәй селтәр проектына йомғаҡ яһалды. Был башланғыстың төп маҡсаты – тәжрибә-тикшеренеү эшмәкәрлеге ярҙамында мәктәп уҡыусыларын ауыл хужалығы һөнәрҙәренә ылыҡтырыу. Быйыл проектта Рәсәйҙең 40 субъектынан һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Һөҙөмтәлә белем биреү ойошмалары араһында Республика балалар экология-биология үҙәге III урын яулаған. Шәхси беренселектә Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылындағы Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнгән Матвей М. “Ҡыҙыҡлы уңыш” номинацияһында – I урын; ошо уҡ үҙәктән Алина Н. “Витаминлы келәт” номинацияһында – III урын; Нуриман районының Р.Ш. Исмәғилев исемендәге Байгилде ауыл лицейы уҡыусылары Илина Х. һәм Лиана Г. “Тәжрибә майҙансығы” номинацияһында – II урын һәм ошо лицейҙың командаһы “Йәшел тәмләткестәр һәм киң таралмаған культуралар сорттарын һынау” номинацияһында II урынды яуланы. “Алтын көҙ” тип аталған Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе һөҙөмтәләренә ярашлы, Белорет районының Йәш натуралистар станцияһы бронза миҙалға лайыҡ булған.

Балаларҙың аң-белем даирәһен үҫтереүгә, уларға һөнәри йүнәлеш биреүгә йүнәлтелгән бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының (национальный проект "Образование") мөһим бурыстарының береһе булып тора.

Фото: nicklausolmstedbuffalo.org

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас