Милли проекттар
28 Ноябрь 2021, 13:30

Дүртөйлө эшҡыуары ярҙам һораны

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең сираттағыһында шәхси косметология кабинеты асыу проекты тикшерелде.

Дүртөйлө эшҡыуары ярҙам һораныДүртөйлө эшҡыуары ярҙам һораны
Дүртөйлө эшҡыуары ярҙам һораны

Рәсәйҙә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее и поддержка предпринимальской инициативы") уңышлы тормошҡа ашырыла. Президент Владимир Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә эшҡыуарлыҡ йүнәлешенә айырым етди иғтибар бүлә, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее и поддержка предпринимальской инициативы") нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, республикабыҙҙың Дүртөйлө районында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" кәңәшмәләре, һәр урындағы кеүек үк, даими ойошторола. Уның сираттағыһында шәхси косметология кабинеты асыу проекты тикшерелде.

"Мин эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярайһы тәжрибә тупланым, шуның өсөн дә шәхси кәсебемде асырға булдым, – тип һөйләй Ирина Хәбибова. – Бер бинаны ҡуртымға алдым, унда косметологик ремонт яһаныҡ, әле йыһазландыра башланыҡ. Ошо көндәрҙә ҡоролма алырға уйлайым, әммә бының өсөн өҫтәмә аҡса кәрәк".

Хакимиәт башлығы урындағы тейешле ойошмалар етәкселәренә йүнселгә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Фото: https://srk.nationalpriority.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/184433

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас