Милли проекттар
29 Ноябрь 2021, 06:00

Белорет йүнселе нимә планлаштырған?

Инвестор ер участкаһында автомобиль хужаларына төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүсе ҙур комплекс төҙөргә ниәт итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее и поддержка предпринимальской инициативы")  нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.

Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Инвестор ер участкаһында автомобиль хужаларына төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүсе ҙур комплекс төҙөргә ниәт итә. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн төҙөлөш урынын да һайлаған. Инициаторға ер участкаһын эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыуҙа файҙаланыу төрөнә күсереү өсөн үҙгәрештәр индерергә кәңәш ителде.

Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Белорет йүнселе нимә планлаштырған?
Белорет йүнселе нимә планлаштырған?
Автор:Римма Султанова
Читайте нас