

Мәғлүм булыуынса, 16–20 декабрҙә Өфөләге Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы, ХVII Халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы уҙғарыла.
Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, райондан ярышҡа 15 көрәшсе юллана. “Беҙҙең көрәшселәр араһында малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бар. Уларҙың иң кесеһенә – һигеҙ, иң өлкәненә 13 йәш. Ҡайһылары көрәш менән кескәй саҡтан уҡ шөғөлләнә. Әле әүҙем әҙерлек бара, сөнки сараға бик аҙ ваҡыт ҡалды”, – тине “Арыҫлан” үҫмерҙәр-патриотик клубы тренеры Ирек Хәсәнбәков.
Турнир төрлө стилдәге каратэ, “КОМБАТ”, ҡул көрәше, страйкбол, айкидо, тхэквондо, косики каратэ, көнсығыш көрәше, джиу-джитсу, самбо, мас-рестлинг, ушу, ушу-саньда һәм башҡалар кеүек хәрби көрәш төрҙәрен берләштерә. Чрышта бөтә Рәсәйҙән һәм яҡын сит илдәрҙән өс мең самаһы көрәшсенең ҡатнашыуы көтөлә.
Әйткәндәй, форумдың тәүге этабы онлайн тәртибендә үткәрелде. Унда Дүртөйлө ҡалаһының “Арыҫлан” клубы ағзалары 32 призлы урын яуланы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/413012/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/184941