Милли проекттар
29 Ноябрь 2021, 18:55

Республика экспортты үҫтереү программаһын уңышлы яҡланы

Иң яҡшы төбәк проекттарының исем туйы һәм иң яҡшы идара итеү командаларын бүләкләү быйыл 10 декабрҙә уҙасаҡ.

Республика экспортты үҫтереү программаһын уңышлы яҡланыРеспублика экспортты үҫтереү программаһын уңышлы яҡланы
Республика экспортты үҫтереү программаһын уңышлы яҡланы

Мәскәүҙә Рәсәй экспорты үҙәге мәктәбендә “Төбәк экспорттары 2.0” белем биреү программаһы буйынса төбәк идара итеү командаһын уҡытыу тамамланды. Программаның һуңғы бишенсе модуле 2021 йылдың 25-26 ноябрендә үтте.

"Экспортты үҫтереү программаһына индергән проекттар 2024 йылға сеймал булмаған, энергетикка ҡарамаған экспортты 600 миллион долларға еткерергә тейеш, был әле сығарылғандың өстән бер өлөшөнә тиң. Республика алдында ябай булмаған бурыстар тора, беҙҙең программа уларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. “Рәсәй экспорты үҙәге” акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуарҙан сентябргә тиклем сеймал булмаған, энергетикка ҡарамаған экспорт дөйөм күләмдең 68,1 процентын тәшкил итә, йәғни 1,9 миллиард доллар. Сеймал булмаған, энергетикка ҡарамаған экспорттың дөйөм күләме 2,5 тапҡырға артыуын күҙәтәбеҙ, был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли прооектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсатлы күрһәткестәренә яуап бирә", – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов.

Тыңлаусылар уҡыу барышында йомғаҡ тест тапшырҙы, дәлилләүсе һәм ғәмәли сессияларҙа ҡатнашты, һөйләшеү, идара итеү алымдары технологияларын өйрәнде. Проекттың ғәмәли өлөшө ҡатнашыусыларға төбәк программаларын ентекле өйрәнергә, иғтибарға лайыҡ төп аспекттарын иҫәпкә алырға булышлыҡ итте.

Белем алыу программаһының һуңғы өлөшөндә Рәсәйҙең 15 төбәгенән идара итеүселәр командаһы ошо йүнәлештәге федераль башҡарма власть органдары етәкселәре, Рәсәй экспорт үҙәге вәкилдәре алдында үҙҙәренең төбәк программаларын яҡланы. Финалда командалар үҙҙәренең төбәгендә экспортты үҫтереүҙе маҡсатлы алып барыуҙы, был йәһәттән төбәк программаһы күрһәткестәрен, экспортты үҫтереү драйверҙарын һәм 2024 йылға тиклем уларҙы тәьмин итәсәк проекттарҙы күрһәтте.

Иң яҡшы төбәк проекттарының исем туйы һәм иң яҡшы идара итеү командаларын бүләкләү быйыл 10 декабрҙә уҙасаҡ.

"Рәсәй экспорт үҙәге мәктәбенең белем биреү программаһы Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен үҫтереүгә, экспортерҙарҙың һәм республикала сеймалға ҡарамаған экспорттың артыуына ыңғай йоғонто яһай. Хәл ителергә тейешле мәсьәләләр күп. Беҙ республиканың юғары экспорт ҡеүәтенә эйә булған төбәк икәнлеген иҫбатларға тейешбеҙ", – тине Башҡортостандың иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.   

Был йүнәлештә алып барылған эҙмә-эҙлекле эш үҙ һөҙөмтәһен бирә. Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында 20–26 ноябрҙә уҙған “UzAgroExpo – Ауыл хужалығы” 16-сы халыҡ-ара күргәҙмәлә республиканың биш компанияһы ҡатнашып, уңышҡа өлгәште.

"Халыҡ-ара күргәҙмәләр Башҡортостан компанияларына үҙҙәренең тауарҙарын күп ҡунаҡтарға һәм унда ҡатнашыусыларға “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы республикабыҙҙың юғары сифатлы көнәркәшлек итеү һәләтенә эйә булған тауарҙарын күрһәтеү мөмкинлеген бирә", – тип белдерҙе Маргарита Болычева.

Сараның беренсе көнөндә “UzAgroExpo”, “UzProdExpo” һәм “InterPackExpo” күргәҙмәләрен тантаналы асыу сараһы уҙҙы. Маҡсат – белгестәр өсөн тауар, эшкәртеү һәм һаҡлау ҡорамалдарын етештереүселәргә эшлекле аралашыу өсөн майҙан булдырыу, сеймалды эшкәртеүҙән алып төрөлгән тауар алғанға тиклем тауар етештереүҙең барлыҡ технологик процесын күрһәтеү.

Күргәҙмәнең беренсе көнөндә үк Башҡортостан Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Афғанстан, Беларусь, Монголия, Төркиә, Иран, Германия, Чехия, Италия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре илдәренән уҙаҡташтары менән 120 B2B-осрашыуҙар ойошторҙо.

Барлыҡ ышаныслы уҙаҡташтарға “анализлау картаһы” ебәрелгән, шулай уҡ юл сығымдары ла иҫәпләнә.

Башҡортостандың делегация составында НВП “БашИком” (ашламалар һәм азот берләшмәләр) “Көньяҡ-Урал үлсәү заводы” (сәнәғәт үлсәүҙәре, калибровкалы гирҙәр, дозаторҙар, тензодатчиктар, үлсәү терминалдары етештерә), “Дуҫтар” сауҙа үҙәге (һөтлө ҡоро сыр аҫтындағы эремсек һыуы, шәкәр ҡомо һәм бал), “ЗМК” (ауыл хужалығы тауарҙары) йәмғиәттәре һәм шәхси эшҡыуар Алһыу Минғәзева (бал тауары) ҡатнашты.   

Фото: ufa.bezformata.com

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас