

Октябрьский ҡалаһындағы дауаханала өр-яңы магнит-резонанс томографы эшләй башланы. Ул ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ҡайтарылған.
Ҡорамалдың хаҡы - 104,5 миллион һум.
Пациенттар яңы аппаратта тикшереүҙәрҙе бушлай үтәсәк. Яңы МРТ барлыҡ заман талаптарына яуап бирә, өҫтөнлөктәре бихисап.
- Был беҙгә тикшереүҙәрҙе тиҙ, заман талаптарына ярашлы үткәрергә мөмкинлек бирә. Ул кеше организмы ағзаларында башланған бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе, яңы хасил булған шештәрҙе, онкология сирҙәрен ваҡытында асыҡларға, дауалауҙың һөҙөмтәлеме икәнлеген аныҡ баһаларға, хирургия йүнәлешендәге эштәрҙе, нур терапияһын алдан планлаштырырға ярҙам итәсәк. Табиптарҙың эшен һөҙөмтәлерәк итеү йәһәтенән, һис шикһеҙ, мөмкинлектәребеҙ арта, - ти дауахананың баш табибы Сергей Иванов.
Шулай итеп, 2021 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Республика онкология диспансеры өсөн – ике, Октябрьский ҡалаһы дауаханаһы өсөн бер МРТ аппараты һатып алынған, уларҙың дөйөм хаҡы 222,3 миллион һум тәшкил итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: health.bashkortostan.ru