Милли проекттар
30 Ноябрь 2021, 07:00

Егерме өс кеше өй туйлаясаҡ

Бәхетлеләр быйыл фатир асҡысын аласаҡ.

Егерме өс кеше өй туйлаясаҡЕгерме өс кеше өй туйлаясаҡ
Егерме өс кеше өй туйлаясаҡ

Баш ҡалалағы бөлгөнлөккә төшкән төҙөлөш ойошмаһының – “Регионстройкомплекс” акционерҙар йәмғиәтенең – объекттарын сафҡа индереү дауам итә. Энгельс урамында урынлашҡан йорт 2021 йыл аҙағында тапшырылыр тип планлаштырыла. Ленин, Чернышевский урамдарындағы кварталда урынлашҡан икенсе объект иһә киләһе йыл аҙағында сафҡа инер тип көтөлә.

- Бөлгөнлөккә төшкән ойошма – “Регионстройкомплекс” акционерҙар йәмғиәте – объекттарын төҙөп бөтөү “Граждандар-өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар хоҡуҡтарын яҡлау фонды” хоҡуҡи компанияһы механизмдарын файҙаланыу һөҙөмтәһендә мөмкин буласаҡ. 2020 йылдың июнендә Федераль фондтың күҙәтеү советы тарафынан объекттар төҙөлөшөн тамамлау буйынса сараларҙы финанслау буйынса ҡарар ҡабул ителде, - тип хәтергә төшөрҙө республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. - Был маҡсатта 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Уларҙың бер өлөшө - фонд аҡсаһы. Энгельс урамындағы йорт төҙөлөшөн быйыл тамамлау планлаштырыла: 23 өлөшсө фатир асҡысын аласаҡ.

Шулай итеп, проект документтарын тикшергәндән һәм төҙәтмәләр индергәндән һуң, бер нисә йыл үткәс, төҙөлөш эштәре йәнә йәнләнде. Граждандар үҙ фатирҙары асҡысын алыр тип көтөлә. Тимәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты бурыстары тормошҡа ашырыласаҡ.

Фото: komiinform.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас