Милли проекттар
30 Ноябрь 2021, 07:00

Юристарға һорауығыҙ булһа...

Һәр районда консультацияның ҡасан һәм ҡайҙа үткәрелеүен Башҡортостандың Ғаилә порталында асыҡларға мөмкин.

Юристарға һорауығыҙ булһа...Юристарға һорауығыҙ булһа...
Юристарға һорауығыҙ булһа...

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 декабрҙә республика халҡы “Айыҡ ауыл-2021” конкурсының төбәк этабы нигеҙендә юридик ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.

Сара, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы, Башҡортостандағы “Ғаилә” үҙәктәрендә уҙғарыла. Уның маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, эскелекте иҫкәртеү системаһының һөҙөмтәлелеген арттырыу, шулай уҡ йәш быуынды ғаилә традицияларына ярашлы тәрбиәләү, уларҙы эскелектән, тәмәке тартыуҙан, наркотиктарҙан ҡурсалау.

Юристар суд тәртибендә алимент юллауға, ата-әсә айырылышҡан осраҡта баланың йәшәргә тейешле урынын асыҡлауға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең льготаларына, балаға опекун билдәләүгә, килешеү төҙөгәндә ирҙең йәки ҡатындың мотлаҡ ризалығын алыу осраҡтарына, гражданды хоҡуҡи һәләтһеҙ тип таныуға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә. Шулай уҡ социаль түләүҙәр, эшкә урынлашыу, кредитлау, мираҫ, мөлкәт, ер, пенсия тураһындағы һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итергә була.

Һәр районда консультацияның ҡасан һәм ҡайҙа үткәрелеүен Башҡортостандың Ғаилә порталында асыҡларға мөмкин. Акцияны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, “Ғаилә” үҙәктәре ойоштора.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/413142/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/185540

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас