

29 ноябрҙән Асҡын ауылындағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында тоҙ бүлмәһе эшләй. Был объектты асыу Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының (национальный проект "Демография") “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы сәләмәт тормошҡа, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыуға һәм насар ғәҙәттәрҙән арыныуға теләк тыуҙырыу системаһын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә “Сәләмәт муниципалитет” республика программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Тантанала район башлығы Динис Йосопов һәм Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов ҡатнашты. Асҡын үҙәк район дауаханаһы баш табибының медицина буйынса урынбаҫары Роберт Шәрипов тоҙ бүлмәһенең эшмәкәрлеге, уның файҙаһы, кеше организмына тәьҫире, ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында һөйләне.
Тоҙ бүлмәһе – районда йәшәүселәргә тиҙ һәм тулыһынса аяҡҡа баҫыу, сәләмәтлекте нығытыу һәм сир ҡатмарлыҡтарын иҫкәртеү өсөн шәп мөмкинлек. Был бүлмә “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә ойошторолған. Унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа һаулығын нығыта ала.
Әйткәндәй, “Аныҡ эштәр” проекты 2016 йылдан уңышлы тормошҡа ашырыла. Был ваҡыт эсендә ҙур күләмдәге эш атҡарылған. Проектҡа ярашлы, 86 проект, шул иҫәптән ауылдарҙа скважиналар ҡаҙыу, балалар майҙансыҡтарын барлыҡҡа килтереү, ауыл клубтарын ремонтлау, зыяраттарҙы, хәтер обелисктарын үҙгәртеп ҡороу тормошҡа ашырылған. Проект буйынса эштәр районда дауам итә әле.
Күптән түгел Нефтекама ҡалаһы өсөн дә матур яңылыҡ теркәлде. Нефтекама спорт мәктәбе “Ford Transit” микроавтобусына эйә булды. 17 урынлыҡ яңы транспорт сараһы ҡалаға “Демография” милли проекты ярҙамында килтерелде. Хәҙер ул спорт мәктәбе автопаркында тағы ике автобус менән бер рәттән үҙ урынын алды. Уларҙың берәүһенең файҙаланыу ваҡыты үтеп бара, шулай итеп, ваҡытында алғандар.
- Был – бөгөнгө “Ford Tranzit” моделенең һуңғыларының береһе. Хәүефһеҙлек ҡайыштары менән тәьмин ителгән. Тахограф, кондиционер, йылытыу системаһы бар. Хәҙер балалар иң кәме – аҙнаһына бер тапҡыр тиерлек – сығып йөрөй аласаҡ. Уңайлы ла буласаҡ. Етәкселек һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙ автобусыңдың булыуы транспорт сығымдарын кәметеү мөмкинлеген бирә, - тип белдерҙе Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Назар Шәйәхмәтов.
2019 йылда тормошҡа ашырыла башлаған “Демография” милли проекты үҙ эсенә “Бала тыуғанда ғаиләләргә аҡсалата ярҙам”, “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү”, “Өлкән быуын”, “Йәмәғәтселек сәләмәтлеген нығытыу”, “Спорт – йәшәү нормаһы” тигән биш федераль проектты үҙ эсенә ала. Милли проект сиктәрендә төп маҡсаттар – сәләмәт тормош оҙайлылығын арттырыу, хеҙмәткә яраҡлы йәштән өлкәнерәктәр ғүмеренең өҙөлөүен кәметеү, тыуымды арттырыу, йәмғиәттә сәләмәт тормош алып барыу мәҙәниәтен булдырыу, шулай уҡ насар ғәҙәттәрҙән арыныу һәм спорт менән даими шөғөлләнеү – тормошҡа ашырыла.
Фото: Асҡын районы хакимиәте.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан