Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Декабрь 2021, 13:45

Юлдар торошо – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 12 саҡрымға һуҙылған 13 автомобиль юлы ремонтланған.

Юлдар торошо – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе
Юлдар торошо – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә юлдарҙы рәтләү-йүнәтеү йүнәлешенә етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, 2021 йылда Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 12 саҡрымға һуҙылған 13 автомобиль юлы ремонтланған. Урам киҫелештәрендә 95 транспорт һәм йәйәүлеләр өсөн юл хәрәкәте билдәһен белдергән һәм светодиод яҡтыртҡысы булған 56 светофор урынлаштырылған.

– Башҡортостанда 2021 йылда беҙгә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 350 саҡрымға һуҙылған 237 объектта төп эштәрҙе башҡарыу бурысы ҡуйылған, – ти Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. – Шуның 225 километры – төбәк һәм муниципаль-ара, ә 93 километрҙан ашыуы Өфө агломерацияһына (уға Өфө һәм баш ҡалаға яҡын ятҡан Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Шишмә райондары инә), шулай уҡ 38 километр тирәһе Стәрлетамаҡ агломерацияһына (уға Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, шулай уҡ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары инә) тура килә.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу 2022 йылда ла дауам итәсәк. Тикшереү үткәреү нигеҙендә киләһе йылда Өфө ҡалаһында 11 саҡрымдан ашыу юлдар милли проект ярҙамында төҙөкләндереләсәк, ә Стәрлетамаҡ ҡалаһында иһә бик күп урам сатында светофор ҡуйыласаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: