Милли проекттар
2 Декабрь 2021, 04:00

Баймаҡ халҡының һаулығын хәстәрләйҙәр

Ҡолсорала – 400-гә яҡын, Басайҙа 200-ҙән ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк.

Баймаҡ халҡының һаулығын хәстәрләйҙәрБаймаҡ халҡының һаулығын хәстәрләйҙәр
Баймаҡ халҡының һаулығын хәстәрләйҙәр

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына  (национальный проект “Здравоохранение”) һәм һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, быйыл Баймаҡ районында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 6,5 миллион һум аҡса тотонолдо.

Ҡолсора һәм Басай ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары монтажланған. Уларҙың һәр береһенең  майҙаны 68,4 квадрат метр тәшкил итә. Ҡолсоралағы пункт 400-гә яҡын кешене, Басайҙағы медицина учреждениеһы 200-ҙән ашыу пациентты хеҙмәтләндерәсәк.

– Фельдшер-акушерлыҡ пункттары заманса талаптарға ярашлы төҙөлә, тейешле медицина ярҙамы алыу һәм дауалау өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыла,-ти Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлетов.

Пункттар медицина ҡорамалдары һәм дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк. Уларҙың биләмәләре төҙөкләндереләсәк, машиналар өсөн туҡталҡа булдырыласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла күҙәтеү системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас