Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Декабрь 2021, 21:15

Туғыҙ ай йомғағы нимә күрһәтте?

Республикала "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын финанслау күләме туғыҙ ай эсендә 2,5 миллиард һум булған.

Туғыҙ ай йомғағы нимә күрһәтте?
Туғыҙ ай йомғағы нимә күрһәтте?

Ошо йылдың туғыҙ айында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нисек үтәлгән? Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева коллегия ултырышында проектты финанслауҙың 2,5 миллиард һумға төшкәнен белдерҙе. Был сумманың 2,025 миллиард һумы - федераль, 568 миллион һумы– республика бюджетынан.

Бынан тыш, “Тәүге медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы мәғлүмәттәр ҙә килтерелде. Декабрь айы башына “АНСАТ” вертолетында 147 осош яһалған, 147 пациент эвакуацияланған.

"Ноябрь айында “Транспорт аҙнаһы”нда республикаға медицина модулле икенсе “АНСАТ” вертолеты тапшырылды, – тине Динара Еникеева. –Оҙаҡламай Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән 2022 йылда санитар авиация осоштарын финанслау тураһында килешеү төҙөләсәк".

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 2019-2020 йылдарҙа республикала 139 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты, дүрт табиплыҡ амбулаторияһы ҡалҡып сыҡты, 28 күсмә медицина комплексы алынды. Быйыл һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы буйынса 73 модулле ФАП ҡуйыласаҡ. Ауылдарға эшкә килгән медицина хеҙмәткәрҙәрен матди дәртләндереү саралары күрелә. Быйыл 705 кешене маҡсатлы уҡытыуға килешеүҙәр төҙөлгән. “Ауыл табибы” программаһы буйынса 38 фельдшер 500-әр мең һум, һирәк белгеслеккә эйә 42 табип берәр миллион һум аҡса алды. Динара Еникеева әйтеүенсә, республика “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы үткәрелгән сараларҙы мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу кимәле буйынса илдең төп биш төбәге рәтенә инә.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: