Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2021, 10:30

116 социаль эшҡыуарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Грант күләме 100-500 мең һум тәшкил итә.

116 социаль эшҡыуарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә
116 социаль эшҡыуарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар конкурсына йомғаҡ яһалды һәм уны алыусылар билдәләнде.

Быйыл 116 социаль эшҡыуар дәүләт ярҙамынан файҙалана. Ошо маҡсатҡа 2021 йылда федераль һәм төбәк бюджетынан 51 миллион һум аҡса бүленгән. Ярҙам сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (“Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

– Быйыл социаль эшҡыуарҙарға ярҙам саралары исемлеге киңәйтелде. Атап әйткәндә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы социаль өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға грант биреү башланғысын тәҡдим итте. Эшҡыуарҙар был аҡсаны торлаҡҡа ҡарамаған биналарҙы төҙөкләндереүгә, ҡуртымға алыуға, ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтә ала, – тине Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Грант күләме 100-500 мең һум тәшкил итә һәм берлектә финанслау шарттарында бирелә.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың социаль предприятиелар реестрына 334 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты индерелгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләй.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/414345/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/188278

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: