Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2021, 15:30

Финанс ярҙамы - экспорт компанияларына эштә яҡшы этәргес

Субсидияға ғаризалар әле лә ҡабул ителә.

Финанс ярҙамы - экспорт компанияларына эштә яҡшы этәргес
Финанс ярҙамы - экспорт компанияларына эштә яҡшы этәргес

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әле ведомствола төбәк бюджетынан экспорт субсидиялары биреүгә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙамдың был алымы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (“Международная кооперация и экспорт”) милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проекты нигеҙендә өс йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Программа төбәк иҡтисадының тотороҡлолоғон арттырыу буйынса тәү сираттағы саралар исемлегенә индерелгән.

 – Экспортлаусыларға республика иҡтисадынан субсидия биреү дауам итә. Беҙ коллегалар менән һәр ғаризаны ентекле өйрәнәбеҙ һәм бүленгән финанс ярҙамы Башҡортостандың экспорт әүҙемлегенә ыңғай йоғонто яһар, республикалағы экспорт компанияларына эштә яҡшы этәргес булыр, тип ышанабыҙ, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Әле “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, республика экспортлаусыларына субсидиялау буйынса ике программа тәҡдим ителә. Тауар ташыуға бәйле сығымдың бер өлөшөн субсидиялау программаһынан экспорт йүнәлешендәге 32 компания файҙаланған. Шулай уҡ сеймалға һәм энергетикаға ҡағылышы булмаған тауар етештереүселәр Башҡортостанда сығарылған продукцияһын экспортлауға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, халыҡ-ара сертификацияға субсидия алыуға биш предприятие ғариза тапшырған.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/414327/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/188272

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: