Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2021, 19:45

Интернет яңы киңлектәр аса

2019-2021 йылдарҙа республиканың социаль әһәмиәткә эйә 2774 объектын Интернет селтәренә тоташтырыу планлаштырыла.

Интернет яңы киңлектәр аса
Интернет яңы киңлектәр аса

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика РФ”) бурыстарын үтәүгә һәм маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү ниәтендә дәүләт (муниципаль) хеҙмәттәр һәм хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тәьмин итеү өсөн һанлы платформа индереү эше эҙмә-эҙлекле алып барыла.

Милли программаның бер юлы дүрт маҡсатҡа өлгәшеүгә ҡағылышлы проекттарының береһе - республиканың социаль әһәмиәтле объекттарын Интернетҡа тоташтырыу.

Килешеү хаҡы 1,75 миллиард һум тәшкил итә. Ошо документ нигеҙендә 2019-2021 йылдарҙа республиканың социаль әһәмиәткә эйә 2774 объектын Интернет селтәренә тоташтырыу планлаштырыла.

2019 йылда контрактҡа ярашлы, төбәктең социаль әһәмиәтле 722 объектына оптик селтәрҙәр төҙөлә. Юғары тиҙлектәге Интернетты тоташтырыу мөмкинлеге 389 фельдшер-акушерлыҡ станцияһына, 215 уҡыу йортона, 88 ауыл хакимиәтенә һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 30 берәмегенә бирелгән. Ойошмаларҙы тоташтырыу буйынса эштәр Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Дүртөйлөлә, Баймаҡта, Ағиҙелдә һәм республиканың 54 муниципаль районында алып барыла.

Быйыл иһә йыл башынан 200-ҙән ашыу мәктәп Интернет селтәренә тоташтырылған.

Ә Өфө районының Грибовка ауылына, ҡалаға яҡын булыуына ҡарамаҫтан, Интернет селтәре яңы ғына һуҙылған. Тәүге көндәрҙә үк ауыл халҡының 50 проценты килешеү төҙөп, юғары тиҙлектәге интернет селтәренә тоташтырылған. Ауыл халҡы ла, мәктәп уҡыусылары ла быға шат. Грибовканы Интернет үткәреү кәрәкле ауылдар программаһына индергәндәр.

Маргарита КӘРИМОВА, хаҡлы ялда: "Быға тиклем ябай антенна тора ине. Телевизор үтә ныҡ һәйбәт күрһәтте, ә кәрәкле каналдарҙы ҡарай алмай инек. Әле иһә 300 канал тота. Ауыл ерендә ҡыш көнө эш бик юҡ. Шуға кистәрен “зәңгәр экран” эргәһендә ултырасаҡбыҙ. Сәйәхәттәр, мәҙәниәт тураһында тапшырыуҙар ҡарарға яратам.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: