Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2021, 14:30

Мал аҙығы ҡушымтаһын экспортҡа сығарыу арта

Ведомство хеҙмәткәрҙәре Беларусияға тимер юл транспорты аша 10 айҙа оҙатылған 152 партия көнбағыш майы шротын тикшергән һәм раҫлаған.

Мал аҙығы ҡушымтаһын экспортҡа сығарыу арта
Мал аҙығы ҡушымтаһын экспортҡа сығарыу арта

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың ауыл хужалығы предприятиелары үҫемселектән алынған мал аҙығын Беларусь Республикаһына һатыуҙы арттырған.

Ведомство хеҙмәткәрҙәре Беларусияға тимер юл транспорты аша 10 айҙа оҙатылған 152 партия көнбағыш майы шротын тикшергән һәм раҫлаған. Экспортҡа сығарылған тауарҙың дөйөм күләме 10476 тонна тәшкил иткән.

Рәсәй Федерацияһы сигендә ветеринар күҙәтеү бүлеге һәм Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең территориаль идаралығының белгестәре тарафынан һынауға алынған өлгөләре “Үҙәк фәнни-методик ветеринария лабораторияһы” федераль дәүләт бюджет учрежениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшерелгән. Ҡаралған барлыҡ мал аҙығы ҡушымталары Таможня союзының ветеринар-санитар талаптарына яуап бирә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә ауыл хужалығы тауарҙарын экспортҡа сығарыу 2024 йылға 45 миллиард долларға етергә тейеш.

Фото: Башинфором.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: