Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2021, 12:30

Медицина ойошмалары компьютерҙар менән йыһазландырыла

Медицина ойошмалары тағы ла автоматлаштырылған 2 653 эш урыны аласаҡ.

Медицина ойошмалары компьютерҙар менән йыһазландырыла
Медицина ойошмалары компьютерҙар менән йыһазландырыла

“Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение") милли проектына һәм уның “Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур төҙөү” төбәк проектына ярашлы, 2019-2020 йылдарҙа республиканың медицина ойошмаларында 13 780 автоматлаштырылған  эш урыны булдырылды. Компьютерҙар медицина хеҙмәткәрҙәренә Дәүләт һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәт системаһында эшләү өсөн тәғәйенләнгән. 2021 йылдағы килешеүгә ярашлы, медицина ойошмалары тағы ла 2 653 автоматлаштырылған эш урыны аласаҡ.

– Медицина ойошмаларында 20 меңгә яҡын автоматлаштырылған эш урыны булдырыу планлаштырыла. Был республикала медицина хеҙмәткәрҙәренең эш барышын  яйға һалырға ярҙам итәсәк, – ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева. - Берҙәм мәғлүмәт системаһында эшләү медицина ярҙамын ойоштороу, пациенттарҙың маршрутын билдәләү, сирҙәрҙең ҡайһы бер йүнәлештәре буйынса медицина ярҙамын күрһәтеүҙә мониторинг үткәреү өсөн төп шарт булып тора.

Бынан тыш, компьютер техникаһы менән йыһазландырыу телемедицина консультациялары ойоштороу, санитар транспортты файҙаланыу мөмкинлектәрен арттыра, лаборатор һәм диагностик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен электрон рәүештә тапшырыуҙы тәьмин итә.

 Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

  Фото:Tuvest.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: