Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Декабрь 2021, 08:30

Ҡан сирҙәрен дауалау оҙайлы...

Гематология буйынса лицензияларҙың берҙәм  реестрында бөтәһе 54 медицина ойошмаһы иҫәпләнә.

Ҡан сирҙәрен дауалау оҙайлы...
Ҡан сирҙәрен дауалау оҙайлы...

Республикала 2021 йылда  үткән йыл менән сағыштырғанда гематология профиле буйынса лицензиялар алған медицина ойошмалары һаны  36 процентҡа артты. Бирелгән лицензиялар һаны 11-гә күбәйгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова аңлатыуынса,  йыл башынан гематология буйынса яңы лицензияларҙы бер дәүләт, туғыҙ шәхси һәм бер муниципаль учреждение алған. Гематология буйынса лицензияларҙың берҙәм  реестрында бөтәһе 54 ойошма иҫәпләнә.

Ҡан сирҙәре иң агрессив сир төрҙәренең береһе, улар тиҙ үҫешә һәм аҙа, шуға күрә ҡан ауырыуҙарын дауалау ҡатмарлы һәм оҙайлы. Ҡан әйләнеше  системаһы  сирҙәре үлем структураһында беренсе урынды алып тора (46%). Уларҙан ҡала яман шештәр, нервы системаһы, аҙыҡ эшкәртеү һәм тын алыу органдары сирҙәре килә.

 Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лицензияларҙы рәсмиләштереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Бөтә мәғлүмәт министрлыҡ сайтында урынлаштырылған, ”ҡыҙыу линия” эшләй. Республикала медицина  эшмәкәрлеген башҡарыуға лицензиялар алыу ҡыҫҡа ваҡытта, ни бары 19 көн эсендә үтәлә.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының  (национальный проект “Здравоохранение”) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: