Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Декабрь 2021, 12:30

Әбейҙәр бейей, күңел аса...

Октябрьский ҡалаһында пенсионерҙар өсөн һауыҡтырыу, белем биреү, күңел асыу түңәрәктәре эшләй.

Әбейҙәр бейей, күңел аса...
Әбейҙәр бейей, күңел аса...

Октябрьский ҡалаһында пенсионерҙар күңелле йәшәй. Улар өсөн “Демография” милли проектының (национальный проект "Демография") “Өлкән быуын”  программаһына ярашлы, 22 йүнәлеш  буйынса һауыҡтырыу, белем биреү,күңел асыу  түңәрәктәре эшләй.

Айһылыу һәм Владимир Саиспаевтар – бейеү түңәрәгенә йөрөгән  берҙән-бер ғаилә пары. Пенсияға сығыу менән буш ваҡыттарын йөкмәткеле үткәреү өсөн  иҡтисад техникумында эшләгән түңәрәккә киләләр.

“Хәҙер бер йыл була инде бында шөғөлләнеүебеҙгә , бейеү физик көсөргәнеште арттыра, кәйефте күтәрә, иммунитетты яҡшырта, – ти ветерандар. - Улыбыҙ ҙа беҙҙең өсөн шатланып бөтә алмай, “өйҙә ултырмағыҙ, хәрәкәтләнегеҙ,” ти.

Октябрьский ҡалаһының иҡтисад түңәрәгендә ойошторолған бейеү түңәрәге ун йыл уңышлы эшләп килә. Проектҡа ярашлы, өлкәндәр бында бушлай шөғөлләнә. Бейеү түңәрәге етәксеһе Әлфинә Йыһаншина ҡаланың йөҙәрләгән пенсионерын бейергә өйрәткән. “Мин үҙем дә өлкәндәрҙән күп нәмәгә өйрәнәм, тормошто яратырға, мөнәсәбәт ҡорорға...”  – ти Әлфинә Мәҡәсим ҡыҙы.

 Пенсионерҙар һауыҡтырыу-физкультура түңәрәгенә лә ихлас йөрөй.   85 йәшлек Мөҙәйәнә Шәңгәрәева әйтеүенсә, хәрәкәтләнеү, аралашыу сәләмәтлекте нығытырға ярҙам итә, ”занятиеға йөрөмәһәм, тәнем ауырта башлай,” ти.  Шулай уҡ компьютерҙы үҙләштерергә теләгәндәр өсөн дә ишектәр асыҡ.

“Кешеләр карантин осоронда арыны, ялыҡты, шуға күрә ололарҙың курстарға йөрөргә ынтылыуы аңлашыла, - ти техникум директоры Вероника Чернокузова. – Түңәрәктәргә 55 йәштән өлкәндәргә  күп функциялы үҙәк аша ла яҙылырға мөмкин. Өсөнсө йәш халыҡ университеты белемдәрен һәм һәләттәрен тулыландырырға  теләгән пенсионерҙарҙы көтә.”

“Демография” милли проекты биш федераль программаны үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе – “Өлкән быуын”. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында” Указдың һигеҙ ҡарары  2024 йылға үтәлергә тейеш.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

Фото: BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: