Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Декабрь 2021, 11:30

Салауат районы халҡына – күсмә автоклуб

Салауат районына "Vәҙәниәт" милли проектына ярашлы һатып алынған беренсе күсмә автоклуб килде.

Салауат районы халҡына – күсмә автоклуб
Салауат районы халҡына – күсмә автоклуб

 

Дәүләт башлығы В.В. Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың береһе – “Мәҙәниәт” ("Культура") халыҡтың мәҙәни тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик матур ғәмәлдәргә юл асты. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә республикабыҙҙың Салауат районына проектҡа ярашлы һатып алынған беренсе күсмә автоклуб килде.

Был – махсус машина, ниндәйҙер ярты сәғәт эсендә юғары технологиялы сәхнәгә әүерелә ала. Автоклуб эсенә концерт, кино күрһәтер өсөн кәрәккән бөтә нәмә – сәхнә, яҡтылыҡ һәм тауыш мультимедия  аппаратураһы һыя. Уны ауыл ерендә тантаналы саралар, театрлаштырылған тамашалар, концерттар үткәрергә файҙаланып була.

Мәҙәниәт һәм ял учреждениелары, китапхана булмаған ауылдарға, халыҡтың ялын ойошторор өсөн, автоклуб менән артистар ҙа, китапханасылар ҙа килә ала.

“Декабргә автоклуб эше буйынса план төҙөлгән. Тәүге концертты Яңы Сүрәкәй ауылы кешеләре ҡараясаҡ. Ошо арала автоклубты халыҡ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ”, – ти Илнур Вәлиев, райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе.

Сығанаҡ: kulturarb.ru/ru/news

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Салауат районы халҡына – күсмә автоклуб
Салауат районы халҡына – күсмә автоклуб
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: