Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Декабрь 2021, 18:30

Өләсәйҙәр һәм олатайҙар яңғыҙ булмаһын!

Йәйгеһен баш ҡалала "Именлек" республика геронтология үҙәге ҡарамағында өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн көндөҙгө бүлек асылғайны.

Өләсәйҙәр һәм олатайҙар яңғыҙ булмаһын!

Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Өлкән йәштәгеләр” федераль проектына  ярашлы тормошҡа ашырылған. Яңы стационар баш ҡаланың Орджоникидзе районының элекке граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлеге нигеҙендә ойошторолған. Был изге башланғыс хеҙмәттәренә ихтыяж ҙур булып сыҡҡан, ул бик ваҡытлы булған һәм күптәр әле лә бында теләп йөрөй.

- Бында социаль ярҙамға мохтаж кешеләрҙе хеҙмәтләндерәбеҙ. Күп кенә өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар үҙҙәрен ҡарай алмай, күбеһенең когнитив функциялары түбән, - ти “Именлек” республика геронтология үҙәге етәксеһе Зөлфирә Маскулова.

Асылда, был бүлек бәләкәй реабилитация үҙәге ул. Социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаждар менән белгестәр шәхсән шөғөлләнә, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клуб та эшләй. Унда ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, аҡыл эшмәкәрлеген  яҡшыртҡан уйындар уйнарға, сәләмәтлекте нығытыу буйынса төрлө күнегеүҙәр эшләргә була, скандинав атлауы түңәрәге бар. Гимнастика һәм тренажёр залында күнекмәләр үткәрелә, компьютер грамотаһы буйынса курс эшләй.

Көндөҙгө бүлеккә көн һайын, эш көндәрендә, уңайлы ваҡытта килергә мөмкин. Һәр курс –  18 көнлөк,  теләк булғанда уны ҡабатларға була. Бында оло йәштәгеләрҙе, хеҙмәтләндереү сәғәтенә ҡарап, туҡландырыу мәсьәләһе лә хәл ителгән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/414024/

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева