Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Декабрь 2021, 16:15

Субсидия юлларға мөмкин

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына төбәк ҡаҙнаһынан экспорт субсидиялары биреү буйынсә ғаризалар ҡабул итә.

Субсидия юлларға мөмкин

Был сара төбәктә ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Халыҡ-ара  кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә өс йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Ул төбәк иҡтисадының тотроҡлолоғон  нығытыу сараларының береһе булып тора.

- Экспортсыларға  төбәк ҡаҙнаһынан субсидиялар биреүҙе дауам итәбеҙ. Беҙ һәр ғаризаны ентекле тикшерәбеҙ һәм был финанс ярҙамы республиканың экспорт әүҙемлегенә ыңғай йоғонто яһарына ышанабыҙ, — ти  Маргарита Болычева, республиканың  тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры.

Милли проектҡа ярашлы, субсидия ике төрлө программа буйынса  бирелә. Тауарҙарҙы ташыу буйынса сығымдарҙы субсидиялау форсаты менән республиканың 32 экспортҡа йөҙ тотҡан  компанияһы файҙаланған.  Предприятиелар дөйөм суммаһы 84,3 миллион һумға еткән 35 ғариза биргән. Финанс саралары 26 предприятие иҫәбенә күсерелгән (дөйөм суммаһы 50 миллион һум тәшкил итә).

Сеймал булмаған, энергетикаға ҡарамаған тауарҙар етештереүселәргә республика биләмәһендә етештерелгән тауарҙарҙы экспортлауға бәйле сығымдарҙы субсидия менән өлөшләтә ҡаплау мөмкинлеге бар.

Халыҡ-ара сертификат алыу өсөн төбәктең биш компанияһы ғариза биргән. Субсидия юллауҙың үҙенсәлектәре менән ведомство сайтында тулыраҡ танышырға мөмкин.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: foreign.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/414327/

Автор:Гүзәлиә Балтабаева