Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Декабрь 2021, 16:45

Урмандарҙы һаҡлау – дөйөм бурыс

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ултырышы үтте.

Урмандарҙы һаҡлау – дөйөм бурыс
Урмандарҙы һаҡлау – дөйөм бурыс

Унда ил Президенты Владимир Путин башанғысы менән тормошҡа ашырылған “Экология” милли проектының (национальный проект "Экология") “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты һөҙөмтәләре барланды, киләһе йылға пландар билдәләнде.  

Былтыр республика урмансылары алдында 14,3 мең гектар майҙанда урман тергеҙеү һәм урман үрсетеү мәсьәләһе ҡуйылған. “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә был эш тулыһынса тормошҡа ашырылған. Атап әйткәндә, 0,2 мең гектар бығаса ағас үҫмәгән майҙанда ағастар ултыртылған, унан тыш 6,7 мең гектар майҙанда урман сәселгән. Компенсациялы урман тергеҙеү мәсьәләһенә килгәндә (урманды ҡулланғандан һуң, уның урынына ағас ултыртыу), 0,8 мең гектар ерҙә ағас ултыртыу эштәре башҡарылған.

Унан тыш, Урман хужалығы министрлығы тарафынан район хакимиәттәре, төрлө ойошмалар менән берлектә урман тергеҙеү буйынса экологик акциялар ойошторолған. Ағымдағы йылда бөтә Рәсәй һәм республика экология акцияларында Башҡортостанда 90 мең кеше ҡатнашлығында 1,7 миллиондан ашыу йәш ағас ултыртылған.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: forest.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/411954/

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: