Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2021, 16:30

Ағас плитәләрен Ҡытайҙар ала

Лабораторияның һөҙөмтәләре нигеҙендә Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 2264 фитосанитар сертификат биргән.

Ағас плитәләрен Ҡытайҙар ала
Ағас плитәләрен Ҡытайҙар ала

Быйыл 11 айҙа республиканың ағас эшкәртеүсе ҙур предприятиелары экспортҡа 94 мең 840 кубометр юнысҡылы плитәләр (ОСП) бушатҡан, тип хәбәр итә Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүе хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡытайға тауарҙың төп өлөшө “Кроношпан ОСБ” һәм “Кроношпан-Башҡортостан” предприятиеларынан тура килә.

Тейәү алдынан ОСП өлгөләре “Үҙәк фәнни-методик ветеринария лабораторияһы” федераль дәүләт бюджет учрежениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшереү үткән. Лабораторияның һөҙөмтәләре нигеҙендә Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 2264 фитосанитар сертификат биргән.

Мәғлүм булыуынса, илдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның төп йүнәлеше – сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған экспорт күләмен 250 миллиард долларға еткереү.     

Фото: avito.ru

 Фото: #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: