Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2021, 22:45

Башҡортостан йәштәре еңеүҙәр яуланы

Грант яулағандар рәтендә - Башҡортостандан һигеҙ ҡатнашыусы.

Башҡортостан йәштәре еңеүҙәр яуланы
Башҡортостан йәштәре еңеүҙәр яуланы

“Һанлы ынтылыш” Бөтә Рәсәй конкурсының өсөнсө миҙгеле финалы тамамланды. Ул “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы проекты һанала һәм “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Бөтә Рәсәйҙән 251 команда Иннополиста һәм 14 төбәк ИТ-хабта, шулай уҡ онлайн алымда ярышты. 36 иң яҡшы команда 24 миллион һумға торошло приз фондын бүлеште. Тағы ете командаға партнерҙарҙың ике миллион һумлыҡ гранты тапшырылды.

Ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко сығыш яһаны.

“Бөгөн һеҙ сискән кейстар – улар ысынлап та кәрәкле һәм мотлаҡ тормошҡа ашырыла торған мәсьәләләр. Үҙҙәренең конкурс эштәрен ебәргән бөтә ойошмаларға ла рәхмәт белдерәм”, - тине Сергей Кириенко.

“Финал аҙағына яҡынлашты, әммә һеҙ барығыҙ ҙа “Һанлы ынтылыш” берләшмәһендә – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһының татыу ғаиләһендә ҡалырһығыҙ тип ышанам. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!” – тине үҙ сығышында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров.

“Өфө баш ҡала RNB” командаһынан Дмитрий Попов, Дмитрий Бережнов һәм Алина Туҡтарова билайн кейсында беренсе урынды яуланы. Артем Тарасов, Григорий Ситников, Алина Әбүнәғимова һәм Руслан Хәйруллин берләшкән команда РБК кейсында өсөнсө урынға сыҡты. “Ферма киви” командаһынан Александр Гурьянов Accenture кейсында шулай уҡ өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Фото: “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһы.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: