Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2021, 15:15

“Бер урында туҡтап ҡалмайбыҙ!”

“Ленин” тоҡомсолоҡ заводының малсылыҡ комплексы яңыртылды.

“Бер урында туҡтап ҡалмайбыҙ!”
“Бер урында туҡтап ҡалмайбыҙ!”

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Һыуыҡҡул ауылында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (“Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектҡа ярашлы, “Ленин” тоҡомсолоҡ заводының малсылыҡ комплексы яңыртылды.

“Районыбыҙ өсөн мөһим объектты астыҡ. Комплекста ике быҙау, һыйыр аҙбары, һөт һауыу залы бар. Мал өсөн заманса шарттар булдырылған: термометрҙар, климатконтроль, һыу йылытҡыстар, аҙыҡты этәреп торған роботтар, хатта тарағыс щеткалар ҙа бар. Бөтә ҡорамалдар сит илдә етештерелгән. Улар ҡул хеҙмәтен еңеләйтеп кенә ҡалмай, эште, мәҫәлән, һөт һауыуҙы бер нисә тапҡырға тиҙләтә. Әлбиттә, бындай күләмле проектты тормошҡа ашырыу ҙур тырышлыҡ талап итә. Тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры Альбер Дәүләтбаев эшкә яуаплы ҡараны: Венгриялағы, Ҡытайҙағы, Германиялағы, Австриялағы коллегаларҙың тәжрибәһен өйрәнде, семинарҙарҙа ҡатнашты, ауыл хужалығы өлкәһендәге ғалимдар һәм практиктар менән аралашты. Һөҙөмтәлә комплекс сафҡа индерелде. Был беҙҙең агрокомплекс өсөн ҙур ҡаҙаныш. Тимәк, беҙ бер урында туҡтап ҡалмайбыҙ, үҫәбеҙ!” – тине Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/188969

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/188969

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: