Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2021, 11:30

Депутаттар юл хәлен тикшерә

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығындағы осрашыуҙа Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың юл селтәре мәсьәләләрен тикшерҙе.

Депутаттар юл хәлен тикшерә
Депутаттар юл хәлен тикшерә

Осрашыуҙа Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншин, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм ифраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Николай Хорошилов, Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе Мансаф Низакаев һәм башҡалар ҡатнашты. Сарала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") Башҡортостанда тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары, федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаның ошо йүнәлештә нисек тотонолоуы, шулай уҡ 2022-2024 йылдарға республиканың юл-транспорт тармағындағы инвестиция проекттары тураһында һүҙ барҙы.

“Көнсығышҡа сығыу юлы”н уңышлы тормошҡа ашырыу маҡсатында әлеге мәлдә ике федераль закон проекты башланғысы менән сығыш яһаныҡ. Улар – ойошмалар табышына һәм өҫтәмә хаҡҡа һалым ташламалары тураһындағы проекттар. Был норматив акттар Концессия тураһындағы килешеү нигеҙендә тапшырылырға тейешле.

Бынан тыш, осрашыуҙа ҡатнашыусылар “Көнсығыш юлы”нан “Урал” М-5 федераль трассаһындағы төҙөлөш объекттарына барҙы һәм ундағы эш менән танышты.

Фото: bashinform.ru.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: