Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2021, 12:30

Туғыҙ айҙа экспорт – 236,6 миллион доллар

Йәмғеһе 173 миллион долларлыҡ май экспортҡа сығарылған.

Туғыҙ айҙа экспорт – 236,6 миллион доллар
Туғыҙ айҙа экспорт – 236,6 миллион доллар

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала быйыл туғыҙ ай эсендә агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты 236,6 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Был күрһәткес бөтә 2021 йылға айырым маҡсатлы индикаторҙан 70 миллион долларға күберәк.

– Республикалағы агросәнәғәт продукцияһы экспорты структураһында эшкәртеү сәнәғәтендәге өҫтәмә хаҡ ҡуйылған тауарҙар өлөшө йылдан-йыл арта, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Мәҫәлән, быйыл ғинуар-сентябрҙә сит илдәргә бөтә сығарылған тауар күләменең 72 процентын май продукцияһы тәшкил итә. Йәмғеһе 173 миллион долларлыҡ май экспортланған. Әйткәндәй, республикала май төбәк халҡы ихтыяжынан алты тапҡырға күберәк етештерелә.

Мәғлүм булыуынса, агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа сығарған предприятиеларға тауар ташыуға сығымды ҡаплау ҡаралған. Дәүләт ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (“Международная кооперация и экспорт”) милли проекты нигеҙендә күрһәтелә. Быйыл Башҡортостандағы ете компания 18,6 миллион һумлыҡ субсидия алған. Уны 2020 йылдың 1 декабренән Башҡортостандағы тауар ебәреү пунктынан автомобилдә, тимер юл, һауа, һыу транспортында үҙенең продукцияһын оҙатҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары алыу мөмкинлегенә эйә.  

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/414668/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/188690

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: