Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2021, 14:15

Яңы проект йәштәргә эш урындары булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя

2024 йылға тиклем уны тормошҡа ашырыуға яҡынса 20 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана. 

Яңы проект йәштәргә эш урындары булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя
Яңы проект йәштәргә эш урындары булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя

Рәсәй Хөкүмәте тарафынан “Алдынғы инженер мәктәптәре” тип аталған федераль проект булдырылды. Был хаҡта РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Ырымбур дәүләт университетына эш сәфәре барышында белдерҙе.

Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, РФ Фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев, Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер, өлкәнең мәғариф министры Алексей Пахомов һәм Ырымбур дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Сергей Мирошников ҡатнашты.

“Иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү Хөкүмәт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш һанала. Ырымбур дәүләт университетында студенттарҙың сәнәғәт предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ярайһы уҡ тәжрибә бар. Вуздың әлеге ваҡыттағы инженерия буйынса мөмкинлектәрен “Алдынғы инженер мәктәптәре” федераль проекты менән бәйләргә мөмкин”, - тип билдәләне Дмитрий Чернышенко.

“Һеҙ алдынғы тикшеренеүҙәр менән ярайһы уҡ юғары кимәлдә шөғөлләнәһегеҙ. Үҙемдең яҡтан, мин Волга буйы федераль округындағы сәнәғәт предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләһендә ярҙам итергә теләр инем. Бөгөнгө шарттарҙа бары тик юғары технологиялар, белем биреү өлкәһендә яңы стандарттар ярҙамында ғына алға китеш яһап була, ә алдынғы предприятиелар ҡатнашлығынан тыш быны эшләү бик ауыр. Әгәр округтың сәнәғәт предприятиелары менән тағы ла нығыраҡ бәйләнештәр урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам кәрәк икән, беҙ хеҙмәттәшлеккә әҙер”, - тип белдерҙе Игорь Комаров.

Шулай уҡ ғалимдарға дәүләт яҡлауы саралары, фәнгә йәштәрҙе йәлеп итеү, студенттарҙың башланғыстарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән дә һөйләшеү булды. “Киләһе йылдан “Технологик эшҡыуарлыҡтың университет платформаһы” тип аталған проект старт ала. Был – Хөкүмәттең 42 стратегик башланғысының береһе. Проект студенттарҙы эшҡыуарлыҡҡа ылыҡтырыу, был эшкә инвесторҙар йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. 2024 йылға тиклем уны тормошҡа ашырыуға яҡынса 20 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана. 2030 йылға иҡтисадтың заманса секторҙарында 150 мең яңы эш урыны булдырырға иҫәп тотабыҙ”, - тине вице-Премьер.

Һис шикһеҙ, был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән "Фән" милли проектын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.  

Фото: government.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: