Милли проекттар
7 Декабрь 2021, 09:30

Ә һеҙҙең балағыҙ һөнәр һайланымы әле?

Балалар "Киләсәккә билет" проекттың мөмкинлектәре менән танышты.

Ә һеҙҙең балағыҙ һөнәр һайланымы әле?Ә һеҙҙең балағыҙ һөнәр һайланымы әле?
Ә һеҙҙең балағыҙ һөнәр һайланымы әле?

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала октябрҙә башланған “Киләсәккә билет-2021” һөнәри йүнәлеш биреү проекты тамамланды. Мәғлүм булыуынса, был проект йәштәргә күңеленә ятҡан һөнәри йүнәлеште һайларға, аныҡ өлкәлә уңышҡа өлгәшергә булышлыҡ итә. Унда 31 мәктәп, 6700 уҡыусы ҡатнашты.

Бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш биреү дәресендә балалар проекттың мөмкинлектәре менән танышты, профессия һайлау йәһәтенән тәжрибә тупланы. Платформала 6300 уҡыусы һөнәри онлайн-диагностика үтте. Улар шулай уҡ “Киләсәк лабораторияһы” интерактив күргәҙмәһен ҡарап сыҡты, “Рәсәй – минең тарихым” мультимедиялы тарихи паркы нигеҙендә белемен һынап ҡараны.

Белеүебеҙсә, “Киләсәккә билет” – ул VI-XI класс уҡыусылары өсөн алдан уҡ һөнәри йүнәлеш биреүгә ҡоролған Бөтә Рәсәй проекты. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” (национальный проект "Образование") милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/189675

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/189675

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас