Милли проекттар
8 Декабрь 2021, 11:45

Әбйәлил районында – дүрт меңдән ашыу ирекмән

Һәр дөйөм белем биреү ойошмаһында 10-ар кешенән торған ирекмән командалары бар.

Әбйәлил районында – дүрт меңдән ашыу ирекмәнӘбйәлил районында – дүрт меңдән ашыу ирекмән
Әбйәлил районында – дүрт меңдән ашыу ирекмән

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” (“Образование”) милли проектына ингән “Социаль әүҙемлек” проектының төп маҡсаты – ирекмән үҙәктәрен ойоштороу.

Әбйәлил районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел Ирекмәндәр көнө айҡанлы Асҡар ауылында иң әүҙем ирекмәндәрҙе бүләкләнеләр. Әбйәлил районы хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Вадим Ғафаров ирекмәндәргә ярҙамсыллыҡ, кеше хәленә битараф ҡалмаған өсөн рәхмәт әйтте.

Әле районда “Үҙеңде тап” балалар һәм үҫмерҙәр клубы нигеҙендә ирекмәндәр штабы һәм "Меркурий” ирекмәндәр берекмәһе эшләй. Бынан тыш, һәр бер дөйөм белем биреү ойошмаһында 10-ар һәм унан күберәк кешенән торған ирекмән командалары бар. Әбйәлилдәге мәғариф, коммерцияға ҡарамаған, дәүләт, муниципаль учреждениелар ҡарамағындағы ирекмәнлек ярҙамы үҙәктәре эшенә дүрт меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: molkhv.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/190109

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас