Милли проекттар
8 Декабрь 2021, 10:20

Еңеүселәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар

Быйыл бөтә Рәсәй конкурсы 18-се тапҡыр уҙғарылды.

Еңеүселәр араһында беҙҙекеләр ҙә барЕңеүселәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар
Еңеүселәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар

Ошо көндәрҙә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекттарының береһе булған XVIII “Илем минең – Рәсәйем” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды.

Бүләкләү тантанаһында Рәсәй биләмәләрен социаль-иҡтисади үҫтереүгә йүнәлтелгән иң яҡшы йәштәр проекттарының 250 авторы асыҡланды. Конкурста еңеүселәр иҫәбендә Башҡортостандан дүрт кеше бар. Улар ике алтын, көмөш һәм бронза миҙал яуланы.

Быйыл Бөтә Рәсәй конкурсы 18-се тапҡыр уҙғарылды. Фән, технологиялар, йыһан әлеге миҙгелдең төп тематик йүнәлешен тәшкил итте. Ә инде проекттың тамамланған осоро илдең социаль-иҡтисади үҫешендәге күпселек өлкәләрҙе сағылдырған 18 тематик номинацияны үҙ эсенә алды. Конкурс Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы планына инде.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров миҙгелгә йомғаҡ яһаны. “Өсөнсө тапҡыр конкурс “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы нигеҙендә уҙғарыла. Күреүебеҙсә, Рәсәй халҡында ғына түгел, шулай уҡ башҡа илдәрҙәге граждандар араһында ла проектҡа ҡыҙыҡһыныу арта. Мәҫәлән, 2021 йылда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм 24 сит дәүләттән 91147 кеше үҙ идеяларын һәм проекттарын тәҡдим итте. Ә XVIII миҙгел йомғаҡтары буйынса 250 кеше еңеүсе булды – былтырғыға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк”, – тине ул.

Конкурста ҡатнашҡан Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Руслан Ураҙбахтин “Илемдең интеллектуаль милке” номинацияһында беренсе урын яуланы. Ул стартер-генераторҙы авиация двигателе итеп үҙгәртеү проектын тәҡдим иткән. Руслан номинацияның партнеры – “Роспатент”тың премияһын, шулай уҡ “Проекттарға идара итеү һәм биләмәләрҙе үҫтереү” белем биреү программаһында ҡатнашыуға сертификат алды.

Йәнә бер алтын миҙал – Благовещендағы 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Алина Насретдиновала. Ул, “Атаман” хикәйәһен тәҡдим итеп, йәш журналистар өсөн “Илем хаҡында һүҙ” махсус номинацияһында еңеү яуланы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының А.П. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайына йөрөгән Ростислав Савельев “Туған телем” номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды. Ростислав Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йәш шағирҙар, прозаиктар һәм журналистар конкурсын үткәрергә тәҡдим итте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Ижадыбыҙ шедеврҙары” тигән ижади эштәр йыйынтығы сығарыласаҡ.

Тимербулат Әхмәҙуллин, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты, “Илем. Тарихым. Йыһаным” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ул – төбәк халҡын герой ҡалалар тарихы менән таныштырған квест үткәреү идеяһы авторы.

Мәғлүм булыуынса, “Илем минең – Рәсәйем” конкурсы ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” (“Образование”) милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас