Милли проекттар
8 Декабрь 2021, 11:30

Фермер донъя баҙарында һатыу итергә йыйына

Фәнил Хәлилов әйтеүенсә, солоҡ балына ихтыяж айырыуса ҙур.

Фермер донъя баҙарында һатыу итергә йыйынаФермер донъя баҙарында һатыу итергә йыйына
Фермер донъя баҙарында һатыу итергә йыйына

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр Дыуан районынан Фәнил Хәлилов “Агростартап” программаһы буйынса конкурста еңеп, өс миллион һумлыҡ грант алғайны. Артабан ошо аҡсаға үҙенең 600 мең һумын өҫтәп, умарталығын үҫтерә башланы.

Уның әйтеүенсә, аҡса тулыһынса үҙләштерелгән. Умартасы бал айыртыу өсөн автоматлаштырылған ҡорамал, тағылмалы УАЗ автомобиле һатып алған, 150 умарта һәм солоҡсолоҡто үҫтереү өсөн 50 түмәр умарта яһаған. Аҡсаның бер өлөшөн 150 Рәсәй урта һыҙаты ҡорттары күсен һатып алыуға тотонған. Һөҙөмтәлә хужалыҡта күс һаны икеләтә тиерлек артҡан.

– Умартасылыҡ, башҡорт балы – төбәгебеҙ байлығы. Инициативалы умартасыларыбыҙға үҫергә ярҙам иткән “Агростартап” кеүек программалар булыуы бик ҡыуаныслы, – тине республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов.

Әйткәндәй, Фәнил Хәлилов солоҡ балына ихтыяждың артыуын билдәләй. Шуға ла ул ошо йүнәлештә әүҙем эшләргә ниәтләй һәм яҡын арала иҡтисади күрһәткестәрҙе арттырыуға иҫәп тота. Бынан тыш, ул продукцияһын донъя баҙарына сығарыуҙы планлаштыра.

Мәғлүм булыуынса, “Агростартап” программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” ("Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/415403

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/190247

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас