Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Декабрь 2021, 17:30

Өлкәндәр ҡыуана

Алексеевка пункты Имәнкүпер һәм Алексеевка ауылдарында йәшәгән 167 кешене ҡабул итәсәк.

Өлкәндәр ҡыуана
Өлкәндәр ҡыуана

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") һәм тармаҡтың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Туймазы районында ике фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалҡып сыҡты. Алексеевка һәм Йәрмөхәмәт ауылдары халҡы заманса талаптарға ярашлы төҙөлгән медицина учреждениеларында хеҙмәтләндереләсәк.

Алексеевка пункты Имәнкүпер һәм Алексеевка ауылдарында йәшәгән 167 кешене ҡабул итәсәк.  Күпселеге – өлкәндәр. Йәрмөхәмәт фельдшер-акушерлыҡ пункты Ҡаранйылға һәм Түбәнге Ҡаранйылға ауылдары халҡына ла медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Уларҙа бөтәһе 515 кеше йәшәй.

–Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында пациенттар өсөн дә, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Модулле ФАПтар тейешле медицина ҡорамалдары,  кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк, – тип белдерҙе Туймазы үҙәк район дауаханаһы баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: